газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май 2020, 12:46

Еңеү яҙы килде еремә!

Ҡалала саралар бөгөн иртә таңдан, сәғәт һигеҙҙә үк, „Мәңгелек ут“ мемориаль комплексы янындағы митингтан башланды. Тантаналы сарала ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Игорь Миронов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, ҡаланың хәрби комиссариаты хәрби комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов, Салауат ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы Илмир Фәхретдинов ҡатнашты. Улар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, тыл хеҙмәтсәндәрен һәм ҡала халҡын, ҡунаҡтарын ҡотланы.

Ҡалала саралар бөгөн иртә таңдан, сәғәт һигеҙҙә үк, „Мәңгелек ут“ мемориаль комплексы янындағы митингтан башланды. Тантаналы сарала ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Игорь Миронов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, ҡаланың хәрби комиссариаты хәрби комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов, Салауат ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы Илмир Фәхретдинов ҡатнашты. Улар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, тыл хеҙмәтсәндәрен һәм ҡала халҡын, ҡунаҡтарын ҡотланы.
Илебеҙ бөгөн Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй. Был ваҡытта оло байрам булыр ине лә, тик...коронавирус пандемияһы бөтә пландарҙы емереп, үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Шулай ҙа, тантаналы саралар барыбер уҙа, тик башҡасараҡ форматта. Ул күмәк кешеләр ҡатнашлығында ойошторолмай. Ҡала халҡы өйҙә ултырып та сарала „ҡатнаша“ ала. Улар балкондан Еңеү йырҙарын йырлай ала, „Үлемһеҙ полк“ та шулай уҙа.
Саралар бөгөн иртә таңдан, сәғәт һигеҙҙә үк, „Мәңгелек ут“ мемориаль комплексы янындағы митингтан башланды. Тантаналы сарала ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Игорь Миронов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, ҡаланың хәрби комиссариаты хәрби комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов, Салауат ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы Илгиз Фәзелйәнов ҡатнашты. Улар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, тыл хеҙмәтсәндәрен һәм ҡала халҡын, ҡунаҡтарын ҡотланы.
Игорь Миронов, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.
- Хөрмәтле ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, ҡала халҡы. һеҙҙең барығыҙҙы ла Бөйөк Еңеү байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым. 9 май - иң оло һәм изге байрам. Ул бөтә халыҡ ғорурлығы, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм әсе юғалтыуҙар көнө. был көн - һәр Рәсәй ғаиләһе өсөн изге көн. Ул тыуған еребеҙгә еңеү килтергәндәрҙең хәрби дан һәм илһөйәрлек, фронт батырлығы һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы, ҡаҡшамаҫ тотороҡлоҡ байрамы. Йылдар үтер, әммә Ватаныбыҙ өсөн йәнен аямаған герой-һалдаттарҙың исеме хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланыр. Шуға ла беҙҙең өсөн унан да ҡәҙерлерәк дата юҡ. Алдығыҙҙа баш эйәбеҙ, хөрмәтле ветерандар! барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө теләйем. Байрам менән!
Зариф Байғусҡаров, РФ Дәүләт Думаһы депутаты.
- Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, салауаттар! Бар йөрәктән бөгөнгө матур байрам менән ихлас ҡотлайым.Беҙҙең илдә һуғыш ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр ул. Кемдеңдер атаһы, кемдеңдер олатаһы, ағаһы тыуған илебеҙҙе яҡлап яу яланында ятып ҡалған. Башҡортостандан фронта 710 мең яугир саҡырылған, уларҙың яртыһына тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булмаған. Улар илдәге тыныс тормош өсөн баштарын һалған. Беҙҙең 278 Советтар Союзы Геройы бар, уның 78-се 112-се Башҡорт атлылары кавалерия дивизияһы биргән. Беҙ бының менән бик ғорурланабыҙ. Күптән түгел ҡыуаныслы ваҡиғаға шаһит булдыҡ - легендар генерал, 112-се башҡорт атлылары дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй геройы исеме бирелде. Тарихи ғәҙеллек тергеҙелде. Имен тыныслыҡ өсөн көрәшкән яугиҙәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Уларҙың сафы көндән-көн һирәгәйә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яугирҙәрҙең ташландыҡ ҡәберлектәре лә күп, туғандарының барыһы ла уларҙы тейешенсә тәрбиәләмәй. Беҙҙең бурыс - уларҙы шефлыҡҡа алыу, ҡарау. Ветерандар иҫән саҡта, һуңынан балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә һөйләр өсөн, уларҙың һөйләгәндәрен яҙҙҙырып, тыңлап ҡалырға кәрәк. Барығыҙға ла именлек, һаулыҡ теләйем.
Фәндәлиф Ниғмәтдинов, ҡала хәрби комиссариаты комиссары.
- Бөгөнгө Бөйөк байрам уңайынан ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ. Оҙаҡ көтөп алынған Еңеү ҙур юғалтыуҙар менән яуланды. Шуға күрә был еңеүҙе күҙ йәштәре аша яуланған Еңеү тип әйтәбеҙ. Был көндө беҙ илебеҙ азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн йәнен аямай көрәшкән батырҙарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Бик йәл, ветерандар сафы көндән-көн һирәгәйә. Шуға күрә уларға мөмкин тиклем күберәк ихтирам күрһәтеп ҡалырға тейешбеҙ. Барығыҙға ла атай-олатайҙарыбыҙ тарафынан яулап алынған аяҙ күк йөҙө теләйем. байрам менән!
Йыйылыусылар „Мәңгелек ут“ҡа сәскәләр һалды, бер минут тынлыҡ менән Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларҙы иҫкә алды. Шулай уҡ яугир-интернационалистар иҫтәлегенә асылған һөйкәлгә лә сәскәләр һалынды. Бөгөнгө байрам бер аҙ моңһоу ҙа булды, сөнки байрамдың төп геройҙары - ветерандар булманы... Был өлкән йәштәге кешеләрҙе, ветерандарҙы хәүефкә тарытмау маҡсатында шулай эшләнелде.
Читайте нас: