Беҙҙең ҡала „Бөтә ихата менән йырлайбыҙ“ Бөтә Рәсәй акцияһына әүҙем ҡушылды. 9-сы йорт идаралығы коллективы ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, атап әйткәндә, ҡала китапханалары менән берлектә ихата алдында матур байрам ойошторҙо.
- Бөгөн шундай матур, ҙур байрам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле барыбыҙ ҙа үҙ аллы изоляция режимындабыҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ өсөн байрам тантанаһы ойошторорға тырыштыҡ. Быға бер нисә көн әҙерләндек. Йорттарҙа йәшәүселәр менән байрам үтәсәге тураһында әңгәмәләр уҙғарҙыҡ. Шуныһы һыунаыслы, улар быға бик шат булды һәм әүҙем ҡатнаштылар. Бөтә һаҡланыу сараларын күреп, йорттарҙы шарҙар, плакаттар менән биҙәнек. Ҡыҫҡаһы, байрам кәйефен бирергә тырыштыҡ. Акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Балкон-тәҙрәләр аша атай-олатайҙарының портреттарын тотоп, бергәләп „Еңеү көнө“ йырын башҡара ала, - тип һөйләй 9-сы йорт идаралығының баш инженеры Оксана Редькина.
Кешеләр, ысынлап та, бик әүҙем булды. Теүәл 12-лә күмәкләп „Еңеү көнө“ йырын башҡарҙылар. Һәр кем ҡәнәғәт һәм шат ҡалды. Был уларҙың илебеҙҙең азатлығы өсөн көрәшкән ветерандар алдында рәхмәт белдереүе ине.
Был турала ентеклерәк гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.