газета "Салауат"
+24 °С
Облачно
Новости
8 Мая 2020, 05:00

Экспортерҙарға ярҙам күрһәтелә

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты тауарҙарҙы, шул иҫәптән һынау партияларын транспортлауға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға төбәк бюджетынан экспортерҙарға субсидия биреүгә ғаризалар ҡабул итә башланы.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты тауарҙарҙы, шул иҫәптән һынау партияларын транспортлауға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға төбәк бюджетынан экспортерҙарға субсидия биреүгә ғаризалар ҡабул итә башланы. Экспорт эшҡыуарлығына ярҙам итеүҙең әлеге механизмы Башҡортостанда икенсе йыл рәттән «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты һәм «Башҡортостанда экспортты үҫтереү» төбәк проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Субсидиялар биреү тәртибе менән https://foreign.bashkortostan.ru/documents/active/282606/ һылтанмаһы аша үтеп танышырға мөмкин.
#Миллипроекттар
Читайте нас