газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2020, 10:00

Йөрәк эшмәкәрлеген күҙәтергә мөмкинлек бирәсәк

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы,республикалағы госпиталь база итеп үҙгәртеп ҡоролған ете медицина ойошмаһына киҫкен коронар синдромлы пациенттарға ярҙам күрһәтеү өсөн 33 һанлы компьютерлы кардиограф ҡуйылды.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы,республикалағы госпиталь база итеп үҙгәртеп ҡоролған ете медицина ойошмаһына киҫкен коронар синдромлы пациенттарға ярҙам күрһәтеү өсөн 33 һанлы компьютерлы кардиограф ҡуйылды. Улар республика медицина мәғлүмәт-аналитик системаһына тоташтырылған, электрокардиограммалар һанлы форматта пациенттарҙың электрон медицина картаһына күсерелә. Ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренә дусар пациенттарҙы асыҡлау өсөн иҫәп системаһы, маршрутлаштырыу һәм ауырыуҙарға ярҙам күрһәтеү мониторингы булдырылған.
#Миллипроекттар
Читайте нас: