РФ Президенты Владимир Путин коронавирус менән көрәш буйынса алдан ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу һорауҙары буйынса кәңәшмә уҙғарасаҡ, шулай уҡ тәҡдимдәрҙе лә тыңлаясаҡ.
11 мартта Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы яңы COVID-19 коронавирус инфекцияһының таралыуын пандемия тип иғлан итте.
РФ-тың күпселек төбәктәрендә үҙ аллы изоляция йәки коронавирусты иҫкәртеү өсөн башҡа төрлө сикләүҙәр индерелде. Путин коронавирус арҡаһында эшләмәү көндәре 11 май тамамланғансы оҙайтыла тип белдерҙе. Шулай итеп, 6-8 май РФ-та хеҙмәт хаҡы һаҡланған эшләмәү көндәре.
Президент 5 майға тиклем хөкүмәткә һәм Роспотребнадзорға Дәүләт советы менән менән берлектә май байрамдарынан һуң граждандарҙы һәм иҡтисадты санитар сикләү режимынан этаплап сығарыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушҡайны. Ил башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, 12 майҙа бөтә сикләүҙәр ҙә бөтөрөләсәк тип көтөргә ярамай, ниндәйҙеренеңдер һаҡланыуы ла мөмкин, хәлдәрҙең һәр төрлө үҫешенә әҙер булырға кәрәк. Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова ла сикләүҙәрҙең июнгә тиклем оҙайтылыуын инҡар итмәй.
#ВладимирПутин