Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Май 2020, 16:45

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (4-10 май)

Йондоҙнамә (4-10 май)
Ылаҡ (21.03 – 20.04)
Билдәһеҙлек тойғоһо ылаҡтарҙы әҙерәк ҡурҡытып алыр. Аҙна уртаһында күңелһеҙ хәл килеп тыуыр. Ә ял көндәренә һеҙҙең уңыштар көтә. Күптәрҙең матди хәлдәрен яҡшыртыу мөмкинлеге булыр. Яҡындарығыҙҙың үтенестәрен ваҡытында үтәгеҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Хеҙмәте аҡыл менән бәйле булғандарҙың эшмәкәрлеге көйлө барыр. Яңы дуҫтар табырһығыҙ. Улар һеҙҙе тәбиғәткә ялға саҡырыуҙары ихтимал. Аҙна уртаһына һаулыҡҡа бәйле хәлһеҙлек тойорһоғоҙ. Һөйгәнегеҙгә ҡарышмау яҡшыраҡ булыр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙ тормошоғоҙҙо төптән үҙгәртеүе бар. Шулай ҙа һәр аҙымығыҙҙы ныҡлы уйлағыҙ. Өҫтәмә эш алып кеҫәгеҙҙе ҡалынайта алаһығыҙ. Аяҡ-ҡулдар һыҙлап, әҙерәк йонсотоп алыр. Көнләшеү тойғоһо арҡаһында ғаиләгеҙҙә ғауға сығыр.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Күп ваҡытығыҙ дуҫтар менән аралашып үтер. Улар һеҙгә үҙ мөмкинлектәрегеҙгә ышаныс тыуҙырыр. Хәйриә эшенә тотоноу теләге барлыҡҡа килер. Икенсе яртығыҙҙың хистәре һыуынған кеүек булыр. Финанс мәсьәләһен кредитһыҙ ғына хәл итергә тырышығыҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ҙур маҡсаттарға ирешеүҙә абруйлы кешеләргә таяна алырһығыҙ, рәхмәт белдерергә онотмағыҙ. Яҡындарығыҙҙың проблемаларын хәл итеү өсөн үҙегеҙҙең пландарҙы кисектерергә тура килер. Ял көндәрендә күңел асыу сараларынан баш тартыу хәйерлерәк.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һөнәри яҡтан камиллашырға теләһәгеҙ, был аҙна иң ҡулайлыһы. Яңы таныштарығыҙ даирәһе лә артыр. Эштә башҡарылып бөтмәгән бурыстар арҡаһында көсөргәнешлек һиҙелер. Диетаға ултырып алһағыҙ, еңеллек тойорһоғоҙ. Юлда бик һаҡ йөрөгөҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Башҡаларҙың эшен үҙ өҫтөгөҙгә алмағыҙ, юғиһә, елкәгеҙгә менеп ултырырҙар. Спортҡа ҡыҙыҡһыныуығыҙ артыр, хатта ниндәйҙер һөҙөмтәләргә лә ирешерһегеҙ. Һеҙгә һөйөүен белдереүселәр табылыр. Һыуыҡ тейгән осраҡта тик врач кәңәше буйынса дауаланығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Был осорҙа күңелегеҙгә ятҡан кешеләр менән генә аралашырға тырышығыҙ. Йондоҙҙар һеҙгә күберәк өйҙә булырға һәм ял итергә кәңәш итә. Һөйгәнегеҙ менән һәр ваҡыт бер һүҙле булырһығыҙ. Милекте рәсмиләштерергә кәрәк булыр. Иммунитетығыҙҙы нығытығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Эштә лә, өйҙә лә тәртип булдырыу теләге тыуыр. Бигерәк тә фатирығыҙҙан кәрәкмәгән әйберҙәрҙе сығарып ташлау менән, торлаҡта бөтөнләй икенсе энергия тойорһоғоҙ. Насар ғәҙәттәрегеҙҙән ҡотола алырһығыҙ. Яҡынығыҙға ышанысты бер ваҡытта ла юғалтмағыҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ижад, үҙегеҙҙең яратҡан хоббиғыҙ менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы осор. Әммә эш һәм йорт мәшәҡәттәре лә баҫып алыр. Уларҙы атҡарып сығыу өсөн ныҡышмалылылыҡ талап ителер. Шәхси тормошта барыһы ла һәйбәт. Кешегә бурысҡа аҡса биреү кәрәкмәҫ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һәләттәрегеҙҙең файҙаһын күрә башларһығыҙ. Сифатлы эшегеҙ килем килтерер. Төрлө тәҡдимдәрҙән баш тартмағыҙ. Өлкән быуын туғандарығыҙ менән һүҙгә килмәү хәйерлерәк. Яңы әйберҙәр, хатта йорт хайуаны һатып алырһығыҙ. Юҡ ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Хеҙмәт бәйләнештәрен киңәйтергә тырышығыҙ, кәрәк саҡта уларҙан ярҙам ала алырһығыҙ. Бөтә эштә лә ғәҙел булығыҙ. Икенсе яртығыҙға ҡарата булған хис-тойғоларығыҙҙы йәшермәгеҙ. Көтөлмәгән сығымдар булыр. 9, 10 майҙа һеҙҙе күңелле ял көтә.
Читайте нас: