Бер көн дә ураҙа тота алмаған кеше йәки 60 кешене ауыҙ астыра, йәки 30 кешене ифтар ашатып, сәхәргә етерлек ризыҡ бирә. Ураҙа тотҡан кешене ауыҙ астыртыу ураҙаға торошло тип һанала.Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең шундай хәҙисе бар:
«Кем ураҙа тотҡан кешене ашатһа, шуға ураҙа сауабы булыр, ураҙа тотҡан кешенең сауабы ла кәмемәҫ» ( Әхмәт ән-Нәсәи тапшырған хәҙис)