Башҡортостанда #МаскаВПомощь республика акцияһы башланды. Республиканың алты ҡалаһы халҡы илле меңгә яҡын битлек алды. Исемлектә беҙҙең ҡала ла бар. Ирекмәндәр ҡала халҡына бушлай битлектәр һәм Георгий таҫмалары таратты. Ҡалаға өс мең битлек ҡайтарылған. Был турала ентеклерәк гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.