Ифтарҙы (ауыҙ асыуҙы) һуҙмайҙар, йәғни ҡояш байығас та ауыҙ асалар.
Ифтарҙа яңы бешкән йәки киптерелгән хөрмә, финик емешен ашайҙар. Хөрмә емеше булмаһа, һыу эсәләр. Ифтарҙа бер, йәки өс, йәки биш хөрмә емеше, йә булмаһа, бер, йәки өс, йәки биш йотом һыу эсергә кәңәш ителә.
Төндөң һуңғы өлөшөндә сәхәргә торалар, йәғни таң атыр алдынан ураҙа тотоу ниәте менән ашап-эсәләр.
Ураҙа ниәте
“Нәуәйтү ән әсүүмә саумә шәһри Рамаҙан минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисан ЛИЛЛӘӘҺИ Тәғәлә”.
Мәғәнәһе: “Илаһи, ниәт ҡылдым Һинең ризалығың өсөн, Рамаҙан айында ураҙаһын тотмаҡҡа, иртә сәхәрҙән – ҡояшбайығансы”.
Ифтар доғаһы
“Аллаһүммә ләкә сумтү үәбикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡиҡә әфтартү фәғфирлии - Йә Ғәффәәрү мә ҡаддәмтү үә мәә әххартү”.
Мәғәнәһе: “Йә Раббым! Был ураҙамды Һинең өсөн генә тоттом вә мин Һиңә генә иман килтерҙем вә Һиңә генә тапшырҙым вә Һинең ризығың менән ауыҙымды асамын. Эй гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ! Инде минең әүәлге гонаһтарымды ла, һуңғы гонаһтарымды ла ярлыҡа”.