“Рамаҙан айы – бик тә мөбәрәк бер ай. Уның тәүге ун көнө – рәхмәт көндәре, урталағы ун көнө гонаһтарҙан таҙарыу, аҙаҡҡы ун көнө йәһәннәм утынан ҡотолоуға сәбәп булған көндәр”, - ти пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Рамаҙан айында һулыш алыуҙарығыҙҙың һәр береһе – Аллаһты данлау, йоҡоғоҙ – Аллаһты ололау, һеҙ эшләгән игелекле эштәрҙең һәр береһе ҡабул ителә, доғаларығыҙ яуап таба. Шуға ла излас күңел менән Аллаһтан ураҙа тотоу өсөн көс, Ҡөрьән уҡып барыу өсөн теләк һәм ҡеүәт һорағыҙ.
Рамаҙан - “яныу” тигәнде аңлата. Сөнки был айҙа Ураҙа тотҡан һәм тәүбә иткәндәрҙең гонаһтары яныр, юҡ булыр. Ураҙа тотоусы ҙурлығы ризыҡ ҡапмау, тамсы һыу эсмәүҙән тыш, күңел таҙалығын һаҡларға бурыслы. Был ваҡытта тыйылған эштәргә, шулай уҡ файҙаһыҙ, әҙәпһеҙ һүҙ һөйләү, мунсаға кереп оҙаҡ ултырыу, һыуға сумып ҡойоноу, һағыҙ сәйнәү, ирендән үбешеү, ауыҙ асмайынса ике көн рәттән ураҙа тотоу, ниндәй ҙә булһа гонаһ ҡылыу, ауырыу көсәйәсәген белә тороп ураҙа тотоу ҙа инә. Был изге айҙа күберәк яҡшы ғәмәлдәр атҡарып, буш ваҡыттарҙа Ҡөрьән уҡып уҙғарыу һәйбәт. Бөтөнләй бер нәмә эшләмәй тик ултырыу, йә йоҡлау ҙа килешмәй. Кеше баҡсаға сығып булһа ла хәрәкәт итеп инергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта ураҙала көндөҙ аҙыраҡ ял итеп алыу хәйерле булыр.
Ураҙала булыусы тәмле, туҡлыҡлы ризыҡтар әҙерләп, табын ҡороп, ауыҙ асыуға йәмәғәт саҡырһа, ифтарҙа нисә кеше булған, шунса күләмдә саҡырыусы иҫәбенә ураҙа тотҡандағы кеүек көндәр яҙыла.
Ауырыу арҡаһында дарыу эсергә тейешлеләргә, йөклө ҡатындарға, бала имеҙеүсе әсәләргә, оҙаҡ һыу эсмәй тора алмаған ҡарт кешеләргә, сәфәрҙә булғандарға, ауыр эштә йөрөүселәргә ураҙа тотоу тыйыла. Һауыҡҡас, бала тапҡас, сәфәрҙән ҡайтҡас, ялға сыҡҡас, ҡалған көндәрҙе икенсе бер ваҡытта тотоп ҡуйыу дөрөҫ булыр. Ә инде бөтөнләй тота алмаусыларға мәсеттәргә фидиә саҙаҡаһын биреү шарт.