Урман тармағы йылдар дауамында бындай ярҙамды күрмәне, һуңғы йылдарҙа милли проект ярҙамында техника паркы яңыра, шуға ла хеҙмәткәрҙәр: “Хатта ышанғы ла килмәй”, - тип ҡыуаныстары менән уртаҡлаша.
Тантана ваҡытында Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов ведомствоға ҡараған учреждениеларға яңы техника тапшырыуҙың яҡшы йолаға әйләнеүе хаҡында белдерҙе.
- Һатып алынған 16 берәмек яңы техника һәм ҡорамал, йәғни14 тракторһәм ике ағас ултыртыу машинаһы, урман хужалыҡтарында йәшел ҡалҡанды тергеҙеү һәм үҫтереү сараларын ойоштороуға тәғәйенләнгән. Шулай уҡ Урман янғыны үҙәгенең техника паркы ике автоцистерна, бер янғын һүндереү тракторы, ҡеүәтле “Егерь 2” автомобиле һәм бер йѳк транспорты менән тулыланды. Яңы кѳстәр урман фондында килеп тыуғанғәҙәттән тыш хәлдәр менән кѳрәшергә ярҙам итәсәк, - тип белдерҙе Марат Шәрәфетдинов.
Был ыңғай ғәмәлдәр “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын бойомға ашырыу һѳҙѳмтәһендә тормошҡа ашырыла. Проект киләсәктә урман ҡырҡыу һәм тергеҙеү нисбәтен тәьмин итеү мѳмкинлеген бирәсәк.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
#Миллипроекттар