Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала сит илгә тауар оҙатҡан предприятиеларҙың транспорт сығымдарын ҡаплау өсөн субсидия юллауға ғаризалар ҡабул ителә.
Экспорт эшҡыуарлығын яҡлауға йүнәлтелгән әлеге сара “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк проектына ярашлы икенсе йыл рәттән тормошҡа ашырыла.
“Бөгөнгө көндәге хәл-торошҡа, шул иҫәптән коронавирустың таралыуына бәйле, программа Башҡортостан иҡтисадының тотороҡлолоғон нығытыу буйынса тәү сиратта ғәмәлгә ашырылырға тейешле саралар исемлегенә индерелде”, - тип билдәләне дәүләт комитетының матбуғат секретары Илгизәр Санъяров.
Программала 2019 йылдың 1 ноябренән һуң үҙе етештергән продукцияны экспортҡа оҙатҡан предприятиелар ҡатнаша ала. Матди ярҙамдың максималь күләме – 2 миллион һум. Субсидия алыу шарттары менән комитеттың рәсми сайтында танышырға мөмкин.