газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 11:20

Ил башлығы губернаторҙар менән нимә хаҡында һөйләшер?

Рәсәй Президенты Владимир Путин шишәмбе көн төбәк башлыҡтары менән видеоконференция режимында коронавирусҡа бәйле хәл буйынса кәңәшмә уҙғара, тип хәбәр итә уның матбуғат секретары Дмитрий Песков.

Рәсәй Президенты Владимир Путин шишәмбе көн төбәк башлыҡтары менән видеоконференция режимында коронавирусҡа бәйле хәл буйынса кәңәшмә уҙғара, тип хәбәр итә уның матбуғат секретары Дмитрий Песков.
Песков шулай уҡ Путин яҡын арала илдәге коронавирусҡа бәйле хәл буйынса мөрәжәғәт менән сығыш яһауы хаҡында ла әйткәйне. 28 апрелдә дәүләт башлығының ағымдағы хәлде контролләү буйынса сикләү характерындағы һәм иҡтисади саралары хаҡында белдереүе тураһында Вологодск өлкәһе Олег Кувшинников та хәбәр иткәйне. Президент шишәмбе хөкүмәт һәм төбәк башлыҡтары менән уҙғарасаҡ ултырышта коронавирустың таралыуы арҡаһында сикләүҙе оҙайтыу кәрәклеге хаҡында белдереүе мөмкин, тип көтөлә.
Ил башлығының матбуғат секретары белдереүенсә, барлыҡ ведомстволарҙан: штабтан, хөкүмәт рәйесенән докладтар алып тора. Путин губернаторҙарға 28 апрелгә тиклем коронавирус менән ауырыусыларҙы дауалау өсөн койка фондын булдырыу эшен тамамларға ҡушҡайны.
#ВладимирПутин
Читайте нас: