Бөгөн, 28 апрелдә, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән иғлан ителгән “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына беҙҙең республика ла ҡушылды.
Ошо акция өсөн махсус рәүештә йырҙың һүҙҙәре башҡортсаға тәржемә ителгән. Тәржемәнең авторы - яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова.
“Был йыр тәүге тапҡыр, бынан 45 йыл элек ишеткән саҡта уҡ оҡшаны, һүҙҙәре һәм көйө йөрәгемә үтеп инде, - тип хәтерләй Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы. - Уны башҡортсаға тәржемә итеүемде һорағастар, бер аҙ ҡаушап та ҡалдым. Күңелдең иң нескә ҡылдарына үтеп ингән был һүҙҙәрҙә һағыш та, шатлыҡ та бар. Уның бар асылын туған телебеҙҙә еткереү зарур ине. Шул уҡ ваҡытта йыр һүҙҙәре көйөнә лә тап килеп торорға тейеш. Был йәһәттән музыкаль белемем ярҙам итте. Тәржемә иткән саҡта мин уны көйләп тә ултырҙым. Йырҙы хәҙер рус телендә генә түгел, башҡортса ла төрлө быуын вәкилдәре башҡарыр, тип ышанам”.
Легендар йырҙы Өфөләге Еңеү паркында башҡарыу барышында халыҡ хоры коллективы, республиканың билдәле шәхестәре - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры директоры Артур Нәзиуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рушана Бабич, БЮТ телеканалы алып барыусыһы Фаягөл Дәүләтйәрова һәм билдәле музыкант Заһир Зәйнетдинов ҡатнашты.
“Әлеге марафонда ҡатнашырға тәҡдим алғас, мин ихлас күңелдән ризалаштым, – ти Заһир Зәйнетдин. – Беренсенән, ундай бөйөк йырҙы башҡарыу – оло ғорурлыҡ. Икенсенән, йырҙың башҡорт телендәге варианты тап беҙҙең яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә рәхмәт һүҙе булып яңғырай. Минең ике ҡартатайым да һуғышта ҡатнашҡан, үкенескә ҡаршы, уларҙың береһе яу ҡырынан әйләнеп ҡайтмаған. Йырҙы мин улар рухына ла бағышланым”.
“Еңеү көнө” йырын тәүге тапҡыр башҡорт телендә башҡарыу һәм яҙҙырыу быйылғы йылдың март аҙағында – республикала юғары әҙерлек һәм үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем ойошторолдо. Шул уҡ мәлдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында республиканың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө хаҡында видеоклип та эшләнде.
Башҡортостандан фронтҡа 700 меңдән ашыу кеше китә, уларҙың 322 меңдән ашыуы һәләк була йәки хәбәрһеҙ юғала. 200 меңдән ашыу Башҡортостан яугире орден һәм миҙалдар менән наградлана, шуларҙың 295-е – Советтар Союзы Геройы, 46-һы Дан орденының тулы кавалеры булып таныла. Быйыл, вафат булыуынан һуң 77 йыл үткәс, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында беҙҙең республикаға 280 мең самаһы кеше, 170-тән ашыу сәнәғәт предприятиеһы эвакуациялана, шуның һөҙөмтәһендә машина төҙөү тармағы етештергән продукция күләме 17 тапҡырға арта. Өфө моторҙар төҙөү заводы самолеттар өсөн 51 меңдән ашыу авиамотор етештерә. Һуғыш осоронда Башҡортостан илгә биш миллион тоннанан ашыу нефть һәм 160 миллион бот иген бирә.
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина билдәләүенсә, “Еңеү көнө” йырын башҡарыу буйынса халыҡ акцияһы беҙҙе берләштерә, рухландыра. “Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү – илебеҙҙең барлыҡ төбәктәренең уртаҡ ҡаҙанышы, - тине ул. – Беҙ әлеге проектта ҡатнашыуыбыҙға, төбәгебеҙҙең уртаҡ Еңеүгә индергән өлөшө хаҡында һөйләү мөмкинлегенә шатбыҙ”.
“Беҙҙең Еңеү көнө” марафоны 25 апрелдә Мордовияла старт алғайны. Волга буйы федераль округы төбәктәре уны бер-береһенә тапшырып, “Еңеү көнө” йырын руссаһы менән бер рәттән үҙ туған телдәрендә яңғыратасаҡ.
Видеояҙмаларҙы округтағы барлыҡ телерадиокомпаниялар эфирында, шулай уҡ сайттарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә
#песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары аҫтында тыңларға, ҡарарға мөмкин.