газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 11:25

Путин яңы мөрәжәғәт менән сығыш яһауы мөмкин

Рәсәй Президенты Владимир Путин был аҙнала рәсәйҙәргә яңы мөрәжәғәт менән сығыш яһауы мөмкин, тип белдерҙе дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков. «Был аҙнала беҙ дәүләт башлығының беҙҙең перспективаларҙы баһалаусы белдереүҙәре менән сығыш яһауын ишетербеҙ, тип уйлайым», - тине ул.

Путин бығаса ике тапҡыр - 25 апрелдә һәм 2 апрелдә Рәсәйҙәге COVID-19 эпидемияһы арҡаһында граждандарға мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Беренсе тапҡырында эшләмәү аҙнаһы һәм хөкүмәт тарафынан ҡабул ителгән халыҡҡа ярҙам саралары буйынса ҡарарҙар хаҡында һөйләне. Унда һүҙ эшһеҙлек буйынса пособиены минималь хеҙмәт хаҡы кимәленә тиклем күтәреү, балалы ғаиләләргә түләүҙәр, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ бизнесына ярҙам саралары хаҡында барҙы.
Икенсе мөрәжәғәттә Путин мәжбүри эшләмәү режимын хеҙмәт хаҡын һаҡлап 30 апрелгә тиклем оҙайтыу тураһында белдерҙе. Ул шулай уҡ төбәк властарына инфекция менән көрәш өсөн өҫтәмә вәкәләттәр бирелеүен дә әйтте.
Дмитрий Песков белдереүенсә, илдең сикләү сараларынан сығыуы этаплап барасаҡ, ул этаптарҙы ла ентекле ҡарау талап ителә әле.
#ВладимирПутин
Читайте нас: