Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған йыр марафонына бөгөн Удмуртия ла ҡушылды. Ижевскиҙа халыҡ акцияһына республиканың иң танылған коллективтарының береһе - Академик хор капеллаһы ҡушылды. Бындай ҙур составта артистар республикала үҙ аллы изоляция режимын индергәнсе үк йыйыла алғандар.
«Видеояҙманың локациялары иғтибарға лайыҡ. Бында беҙҙең төбәктең Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә индергән өлөшө һәм хәтер символдары: Мәңгелек ут, тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл һәм Ижевск дәүләт техник университеты янындағы Калашников исемендәге сквер», - тип билдәләп үтте Удмуртия мәҙәниәт министры Владимир Соловьев.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Удмуртия Советтар Союзының иң мөһим хәрби-сәнәғәт базаларының береһе булды. Был республикала Мәскәү, Киев, Тула, Харьков һәм башҡа ҡалаларҙан 50-ән ашыу эвакуациялалған предприятие Еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Ижевск заводы ғына ла 11 миллиондан ашыу төп атыу ҡоралы - винтовка һәм карабин сығарҙы. Был шул ук кластағы бөтә Германия сәнәғәтен етештергән ҡоралға ҡарағанда күберәк.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты тарафынан ойошторолған йыр марафоны 25 апрелдә старт алды. "Еңеү көнө" популяр йырын Мордовия һәм Мари Иле музыкаль коллективтары башҡарҙы ла инде. Давид Тухманов һәм Владимир Харитоновтың легендар әҫәре бөгөн беренсе тапҡыр удмурт телендә яңғыраны. Бөйөк байрам гимнына әүерелгән был йырҙың быйыл юбилей йылы - беренсе тапҡыр ул тап 45 йыл элек яңғыраған.
Юбилей йыр марафонында Волга буйы федераль округының барлыҡ 14 төбәге ҡатнаша. Удмуртия эстафетаны Башҡортостанға тапшырасаҡ.
Видеороликтарҙы барлыҡ телерадиокомпаниялар эфирында тыңларға һәм ҡарарға була. Шулай уҡ йырҙарҙы социаль селтәрҙәрҙә #песнипобеды #нашденьпобеды хештектары буйынса табырға мөмкин.