газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 10:00

Балаларҙың сәләмәтлеге өсөн

Балалар поликлиникаларына яңы ҡорамалдар ҡайтарыла. Өфөнөң 4-се балалар поликлиникаһы тағы бер яңы аппарат менән тулыландырылды. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, унда терәк-хәрәкәтләнеү һәм нервы системаһы сирҙәрен дауалау өсөн аппарат ҡайтарылған.

Балалар поликлиникаларына яңы ҡорамалдар ҡайтарыла. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Өфөнөң 4-се балалар поликлиникаһы яңы аппарат менән йыһазландырылған. Ул терәк-хәрәкәтләнеү һәм нервы системаһы сирҙәрен дауалау өсөн тәғәйенләнгән.
Хәҙер аяҡ-ҡулдар хәрәкәтен махсус аппаратура ярҙамында тергеҙеү мөмкин буласаҡ. Ҡорамал ете йәштән өлкәнерәк балалар өсөн тәғәйенләнгән.
"Беҙҙә церебраль фалиж, төрлө имгәнеүҙәрҙән яфаланған балалар бар. Был аппарат ярҙамында уларҙың хәрәкәтләнеү функцияларын тиҙерәк тергеҙергә ярҙам итәсәкбеҙ. Хәрәкәтһеҙ тормош юҡ, ә балаларҙың тиҙерәк аяҡҡа баҫҡыһы, йүгергеһе килә", - ти поликлиника мөдире Гүзәл Мәғрүпова.
#Миллипроекттар
Читайте нас: