Кисә, 25 апрелдә, Волга буйы федераль округында башланған Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Беҙҙең Еңеү көнө” тип аталған йыр марафонына бөгөн Мари Иле Республикаһы ҡушылды.
Сара Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән старт алды. Йыр марафоны төрлө төбәктәр халҡын берҙәм халыҡ коллективына берләштерә: улар барыбыҙға ла билдәле “Еңеү көнө” йырын башҡарып, эстафетаны бер-береһенә тапшыра.
Марафон барышында Еңеү байрамының гимнына әйләнгән йыр Мордва, Мари Иле, Сыуашстан, Удмурт, Татарстан һәм Башҡортостан республикаларында мордва, мари, сыуаш, удмурт, татар һәм башҡорт телдәрендә яңғыраясаҡ.
“Был бик сағыу, үҙенсәлекле акция. Ул беҙгә Волга буйы федераль округының ижади коллективтары сығышын төрлө телдәрҙә тыңлау һәм тамаша ҡылыу мөмкинлеге бирә. “Беҙҙең Еңеү көнө” илһөйәрлек акцияһы халыҡтарҙы ысын мәғәнәһендә берләштерә. Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың башланғысын хуплап ҡаршы алдыҡ. Минеңсә, уны йыл һайын үткәрергә кәрәк”, - тине Мари Иле Республикаһының мәҙәниәт, матбуғат һәм милли мәсьәләләр министры Константин Иванов.
“Еңеү көнө” йырын Яков Эшпай исемендәге Мари дәүләт филармонияһы солистары, А.И. Искәндәров исемендәге Мари дәүләт хор капеллаһы башҡара, ә музыкаль яҡтан “Марий кундем” халыҡ инструменттары оркестры биҙәй. Видеояҙма “Марий Эл Телерадио” телеканалы тарафынан Рәсәй биләмәһендә үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем төшөрөлгән.