25 апрелгә Башҡортостанда коронавирус буйынса яңы мәғлүмәттәр.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән сираттағы онлайн брифингта һуңғы яңылыҡтар билдәле булды.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләгән 490 кеше теркәлгән (бер тәүлектә 35 кеше өҫтәлгән). Дауаханала 272 кеше ята, 145 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Бер тәүлектә 58 кеше пневмония диагнозы менән госпитализацияланған. Һауығып сыҡҡандарҙың дөйөм һаны – 59 (бөгөн 2 кеше дауахананан сығарылған). Уларҙың барыһы ла үҙен яҡшы тоя. Вафат булғандарҙың һаны үҙгәрешһеҙ ҡала.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, Башҡортостанда коронавирусҡа 49 904 тикшереү үткәрелгән (тәүлегенә 3,5 мең самаһы).