газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 21:40

Көлөп алайыҡ бергәләп...

- Атай, циркка барайыҡ әле. - Ваҡытым юҡ. - Малайҙар, унда бер яланғас апай юлбарыҫҡа менеп саба, тине. - Ярай, барайыҡ. Күптән юлбарыҫ күргән юҡ.

- Атай, циркка барайыҡ әле.
- Ваҡытым юҡ.
- Малайҙар, унда бер яланғас апай юлбарыҫҡа менеп саба, тине.
- Ярай, барайыҡ. Күптән юлбарыҫ күргән юҡ.
***
Иғлан: “Изге күңелле, яҡшы, матур һәм бай ир-егет менән танышырға теләйем. Үҙем хаҡында бер нәмә лә әйтмәйем - әйҙә сюрприз булһын”.
***
Беренсе курс студентын ҡалаға уҡырға ебәрер алдынан ата-әсәһе:
- Урамда күп йөрәмә, эсмә, тартма, ятаҡ бүлмәһенә егеттәр саҡырма, дәрестәреңде ҡалдырма... - тип иҫкәртә.
Бөтә был өгөт-нәсихәткә дүртенсе синыфта уҡыусы ҡустыһы нөктә ҡуйып:
- Иң мөһиме тотола күрмә... - ти.
***
Аҡсаламы ни бәхет... Аҡса менән түгел, күңелең менән бай булырға кәрәк... Хеҙмәт хаҡын алырға ваҡыт еткәнсе үҙемде тағы нисек тынысландырып торорға икән?..
***
Төнгө сәғәт өстәр тирәһендә ЮХХДИ хеҙмәткәре бик юғары тиҙлектә елгән машинаны туҡтата. Руль артында һалмыш ир ултыра.
- Ҡайҙа ашығаһың?
- Лекция тыңларға.
- Төн уртаһында һеҙгә кем лекция уҡый инде?
- Ҡатын!
Читайте нас: