Мутлашыусылар һаны көндән-көн артҡан кеүек. Әле тегендә, әле бында ошондай хәбәрҙәр ишетелеп кенә тора. Улар хатта донъяны коронавирус эпидемияһы ялмап алған ваҡытта ла «эшмәкәрлектәрен» туҡтатмай. Йә коронавирустан профилактик саралар тураһында брошюралар тәҡдим итәләр. Һатып алмаған осраҡта административ яза ҡулланыу менән янайҙар. Әле яңыраҡ Интернет селтәрҙәрендә тағы шундай «тоҙаҡҡа» тап булдым. Унда кешеләрҙең геолокация буйынса карантинды боҙоуҙарын, 24 сәғәт эсендә күрһәтелгән иҫәпкә 4000 һум аҡса күсерергә кәрәклеген, кире осраҡта, енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡтары тураһында яҙылған. Ышанырһың да ышанмай. Айырыуса, оло йәштәгеләр бер ҡатлы. Салауат ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2020 йылдың тәүге кварталында ғына ла 44 мутлашыу осрағы теркәлгән. Күпселек «йомро баштар» банктың хәүефһеҙлек хеҙмәтенән шылтыратҡан булып, кешеләрҙе алдай. Улар шикле операцияларҙы башҡарыуға кәртә ҡуйыуҙары тураһында һөйләй, аҡсаларын хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә тәҡдим итә.
Март аҙағында ошо рәүешле 61 йәшлек ҡатын 500 меңдән ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Ул, ысынлап та, банк хеҙмәткәрҙәре менән аралашам тип уйлай һәм аҡсаларын сит иҫәпкә күсерә. Бер нисә көндән 63 йәшлек ханым да аферистар ҡулына эләгә.
Күп осраҡта енәйәтселәр аккаунттарҙы емереп, туғандарына үтескә аҡса биреп тороуҙарын һорап мөрәжәғәт итә. Кеше ышанып, ярҙам һораған «туғанына» аҡса күсерә. 40 йәшлек ҡатын да шулай 50 мең аҡсаһын юғалта. Ҡайһы саҡта мутлашыусыларҙың хәйләкәр планы асыҡ күренеп торһа ла, кешеләр ышаныуын дауам итә. 29 йәшлек өс бала әсәһе 80 мең һумлыҡ кредит алырға теләй. Ул социаль селтәрҙәрҙең береһендәге иғланға тап була. Шикле һылтанма аша үтеп, 27 меңдән ашыу аҡсаһынан елдәр иҫкәнен һиҙмәй ҙә ҡала. 55 йәшлек ир ҙә үҙенең бер ҡатлылығы арҡаһында 256 мең һумынан яҙа.
Бөтә факттар буйынса ла енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү алып барыла.
Эске эштәр бүлеге тағы бер тапҡыр иҫкәртә: билдәһеҙ Интернет-сайттарҙан файҙаланмаҫҡа, сит кешеләргә үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәтте бирмәҫкә. Ышанысығыҙҙы яулар өсөн хәйләкәр әҙәмдәр ниндәй генә юлдар эҙләмәҫ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: банк хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла картаның һандарын, паролдәрҙе һәм смс-кодтарҙы һорамай. Бындай шылтыратыуҙар булған хәлдә йәһәт кенә трубканы һалырға тырышығыҙ йә булмаһа банктың «ҡыҙыу линияһы»на шылтыратығыҙ.