Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 12:20

Бизнес ярҙамды тойорға тейеш

Ил Президенты Владимир Путин коронавирус пандемияһы шарттарында банктар яғынан иҡтисадҡа ярҙам саралары хаҡында видео конференция режимында ултырыш уҙғарҙы. Унда Рәсәйҙең иң эре кредит ойошмалары ҡатнашты.

Ил Президенты Владимир Путин коронавирус пандемияһы шарттарында банктар яғынан иҡтисадҡа ярҙам саралары хаҡында видео конференция режимында ултырыш уҙғарҙы. Унда Рәсәйҙең иң эре кредит ойошмалары ҡатнашты.
Президент предприятиелар эшен туҡтатмаһын һәм хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләһен өсөн ярҙам итеүҙе дауам итергә кәрәк тип белдерҙе. Уның әйтеүенсә, граждандарға кредитлау өлкәһендәге ярҙамды ла ваҡытында күрһәтеү мөһим.
- Хөрмәтле коллегалар, ҡабул ителгән ҡарарҙар хаҡында иғлан итеү генә аҙ. Уларҙы тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарын эшләп еткерергә кәрәк, ярҙамға мохтаж булғандар улар менән ваҡытында файҙалана алһын. Кешеләрҙең тормошона йоғонто яһамаған абстракт вәғәҙәләр бер кемгә лә кәрәкмәй, һәм ундай ҡарарҙарҙан, йүнәлтелгән ресурстарҙан һөҙөмтә лә түбән буласаҡ, - тине дәүләт башлығы.
Президент банк системаһының тотороҡлолоғон һаҡларға һәм насар бурыстарҙың йыйылыуына, кредит ойошмалары эшендә өҙөклөктәргә юл ҡуймау кәрәклеген билдәләне. Шулай уҡ ул дәүләт һәм банктарҙың дөйөм бурысы - ул коронавирустың иҡтисадҡа кире йоғонтоһон әҙәйтеү, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
#ВладимирПутин
Читайте нас: