Яңыраҡ Өфөнөң 5-се поликлиникаһы, "Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Японияла эшләнгән электроэнцефалограф - юғары эксперт класлы һанлы система алған. Белгестәрҙең әйтеүенсә, ул ҡулланыуҙа бик ябай, уңайлы.
Әгәр ҙә бала йоҡлай алмай яфаланһа, аңын юғалтһа, йыш ҡына башы әйләнһә, уй-фекере буталһа, өйәнәк тотһа, баш йәрәхәтләнһә, мейе структураһында шеш табылһа, эпилепсия осраҡтарында табип ошо аппаратта тест үткәрергә ҡуша. Бөтә мәғлүмәтте программа теүәл яҙып барасаҡ, пациенттарҙы тикшереүҙе планлаштырыу еңеләйәсәк.