газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 13:16

Өҫтәмә ярҙам саралары

Республикаға 182 үпкәне яһалма елләтеү аппараты алына.

Республикаға 182 үпкәне яһалма елләтеү аппараты алына. Башҡортостанға йоғошло ауырыуҙар госпиталдәрен ҡорамалдар менән тәьмин итеү өсөн федераль бюджеттан 2 миллиардтан ашыу аҡса бүленгән. Был аҡсаға кислород менән тәьмин итеү системаһы үткәреләсәк, дауаханаларҙа коронавирус менән ауырыусыларға ярҙам күрһәтеү өсөн койка урындары яңынан йыһазландырыласаҡ, шулай уҡ шәхси һаҡланыу саралары һатып алынасаҡ. Шулай уҡ 182 үпкәне яһалма тын алдырыу аппараты, 100 кислород концентраторы, 28 фибробронхоскоп, 51 күсмә рентген аппараты, 51 УЗИ, 22 стерилизатор, 35 ҡандың газын асыҡлаусы аппарат, пациенттар өсөн 223 монитор, 8 компьютер томографы һ.б кәрәкле медицина ҡорамалдары һатып алыу планлаштырыла.
Читайте нас: