газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 14:30

Егеттең хәле ауыр, әммә өмөт бар...

Стәрлетамаҡтан коронавирус арҡаһында медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенән мәхрүм ҡалған Ранэль Шәмсетдиновтың баш мейеһенә операция яһалды.

Стәрлетамаҡтан коронавирус арҡаһында медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенән мәхрүм ҡалған Ранэль Шәмсетдиновтың баш мейеһенә операция яһалды.
“Был әлегә тәүге этап ҡына”, ти табиптар, тик шулай ҙа егеттең йәшәүенә өмөт артты. Стәрлетамаҡтан коронавирус арҡаһында медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенән мәхрүм ҡалған Ранэль Шәмсетдиновтың баш мейеһенә операция яһалды.
19 йәшлек егетте алда оҙайлы һәм ҡатмарлы дауаланыу көтә. Ниһайәт, үлем сигендәге пациентҡа операция яһалды, баш мейеһе шешен кәметеү һәм ҡаты ауыртыуҙы еңеләйтеү өсөн шунт ҡуйылды. Тик шеш һаман да бар әле, Төмән йәки Новосибирскиҙан хәбәр килеү менән ауырыуҙы самолетта илтәсәктәр, тип һуңғы яңылыҡтары менән уртаҡлаша туғандары.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ранэлдең аяныслы хәле тураһында үткән аҙнала ирекмән Регина Биргулиева хәбәр иткәйне. Егетте дауаханаға алмауҙары, уның медицина ярҙамынан тыш өйҙә һәләк булыу ихтималлығына борсолоуын белдергәйне ул. Һаулыҡ һаҡлау министрының хәлгә ҡыҫылыуы арҡаһында уны Салауат ҡалаһы дауаханаһына урынлаштырҙылар.
Йәшәү өсөн көрәш башлана ғына әле, Ранэлгә көс, ныҡышмаллыҡ теләйбеҙ!
Фото: Горобзор.
Автор: Дина Арсланова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Egette-h-le-auir--mm--m-t-bar-231652/
Читайте нас: