Әлеге мәлгә сайтта диктант яҙырға теләгән 20 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Улар араһында Санкт-Петербург, Первоуральск, Каменск-Уральск, Екатеринбург, Кировоград, Мәскәү, Ноябрьск ҡалаларынан, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Краснодар крайынан, Саха (Яҡут) Республикаһынан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан (Нур-Солтан, Алматы), Швейцария (Женева), АҠШ (Лос-Анджелес, Нью-Йорк), Германия, Испания, Эстония, Төркиә (Истамбул, Анталия, Фетхие, Иҫкешәһәр), Германия (Берлин), Ҡытай (Пекин, Гуанчжоу) илдәренән ҡатнашырға теләгәндәрҙең теркәлеү үткәне билдәле. Шулай уҡ һәр ҡатнашыусы диктантты үҙ аллы яҙа ала. Сара тамамланыу менән уны фотоға төшөрөп, йәки скан эшләп, bashkdictant.ru сайтындағы шәхси кабинетығыҙға һалырға була. Ундай мөмкинлек булмаһа, электрон почтаға ебәрергә кәрәк:
[email protected]. Йәки Whatsapp мессенджерының телефоны: +7 (927) 950 - 02 – 66. Эштәр 2020 йылдың 26 апреленә 23.59 сәғәткә тиклем килеп етергә тейеш. Рәсми һөҙөмтәләр шул уҡ сайтта 30 апрелгә тиклем торасаҡ.