газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 18:20

Өйҙә ултырыуҙы май байрамдарына ла оҙайтырға уйлайҙар

Рәсәйҙә үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы май байрамдарына ла һәм улар араһындағы эш көндәренә лә оҙайтылырға мөмкин. Әле был – федераль властар фекер алышҡан төп сценарий. Был хаҡта РБК баҫмаһы хәбәр итә. Уларҙың фекеренә ҡарағанда, әгәр кешеләр өйҙә ҡалыуын дауам итһә, был коронавирустың таралыу тиҙлеген әкренәйтәсәк.

Икенсе сценарий: эшләмәй торған көндәр режимын май уртаһына тиклем оҙайтыу. Был хаҡта ошо мәсьәлә тураһындағы фекер алышыу менән таныш сығанаҡ белдерә. Ул хәлдәрҙең киҫкенләшеүе осрағында өйҙә ултырыуҙы 1 июнгә тиклем оҙайтыу ихтималлығы хаҡында әйткән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын төбәктә май айынаса оҙайтҡайны. Был был хаҡта 16 апрелдә республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә белдергәйне.
“Беҙ бөгөн яңы ҡарарҙар ҡабул иттек. Был саралар популяр түгел, әммә улар бик кәрәк. Муниципалитет башлыҡтары, һеҙ оҙаҡҡа иҫәп тотоғоҙ һәм халыҡты ла әҙерләгеҙ. Апрель-май айҙарында ошондай режимда эшләйәсәкбеҙ. Юғиһә артабан йәй көндәрендә лә өйҙә ултырырға яҙмаһын”.
Фото: “Башинформ”, Олег Яровиков.
Автор: Айһылыу Низамова
("Башҡортостан" гәзите сайтынан).
Читайте нас: