Бөгөнгө шарттарҙа битлек кеймәй тышҡа сығыу хәүефле. Әлеге ваҡытта иң дефицит әйбер ул. Республикала күп кенә ойошмалар тәғәйенләнештәрен үҙгәртеп, маска тегеүгә тотонһа ла, уны табыуы ҡыйын. Ә йүнселдәр үҙ яғын ҡайыра, тегелгән битлектәрҙе ҡиммәт хаҡҡа һата.
Шулай ҙа аптырап тормағандар ҙа бар, енә-еп тота беләбеҙ бит, булдыра алмайбыҙмы тип, битлектәрҙе тегеүгә тотондо.
Беҙ ҙә гәзит уҡыусылар менән социаль селтәрҙәге дуҫтарыбыҙҙың битлек тегеү өлгөләре менән бүлешергә булдыҡ. Бының өсөн, ғәҙәттә, бәз, мамыҡ, ситса материалдар кәрәк. Был төр битлектәрҙе күп тапҡыр ҡулланырға була, иң мөһиме ныҡлап йыуып, үтек менән яҡшылап үтекләргә генә ҡала.
Әйҙәгеҙ, тегеп ҡарайыҡ, үҙебеҙҙең дә ҡулдан килә торған эштер, моғайын.