газета "Салауат"
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 11:20
Төҙәтмәләр гражданлыҡ хоҡуҡтарын нығыта
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Рима Үтәшева Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү мәсьәләһе буйынса фекерҙәрен белдерҙе.

"Мин Рәсәй Конституцияһына индереүгә тәҡдим ителгән төҙәтмәләрҙе тәү сиратта медицина тармағы вәкиле булараҡ баһалайым. Һаулыҡ – кешенең иң төп хоҡуҡтарының береһе һәм ул Төп Законыбыҙ тарафынан яҡлана, - тип белдерҙе депутат. - Сәләмәтлекте һаҡлау – илебеҙҙәге социаль-иҡтисади сәйәсәттең айырып алғыһыҙ мөһим өлөшө. Төп Законға төҙәтмәләр ошо өлкәлә кешегә лайыҡлы тормош, ирекле үҫеште тәьмин иткән шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан - Бөрйәндәме ул, әллә Мәскәүҙәме - һәр граждан бер тигеҙ хоҡуҡтарҙан файҙаланырға тейеш. Төҙәтмәләр ошо гарантияларҙы нығыта. Хоҡуҡтарҙан файҙаланыу кешенең социаль сығышына, енесенә, милләтенә, милкенә бәйле түгел. Яңы төҙәтмәләр сифатлы һәм тейешле медицина ярҙамын алыуға, яңы технологияларҙан файҙаланыуға конституцион хоҡуҡтарҙы тәьмин итеүгә, һис шикһеҙ, булышлыҡ итәсәк.
Мине тағы бына нимә һөйөндөрә: туған телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлауға һаҡсыл ҡараш, һәр халыҡтың миллилеген, мәҙәниәтен, үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, хөрмәт итеүгә йүнәлтелгән сәйәсәт ошо төҙәтмәләрҙә киң сағылыш алды.
Фото: "Башинформ".
Автор: Дина Арсланова
("Башҡортостан" гәзите сайтынан).
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла