Рәсәй Президенты Владимир Путин ғәмәлдән сыҡҡан паспорттарҙың һәм водитель танытмаларының ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыусы, шулай уҡ коронавирус арҡаһындаРФ-тағы сит ил кешеләренең хоҡуҡи хәлен билдәүәләүсе Указға ҡул ҡуйҙы.
Дәүләт башлығының «Рәсәй граждандарының ҡайһы бер документтарын ғәмәлдә тип таныу» тигән указына ярашлы, 2020 йылдың 1 февраленән 15 июлгә тиклем ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты, водитель таныҡлығы ил биләмәһендә артабан да ғәмәлдә ҡала. Шулай уҡ, Указда билдәләнеүенсә, 2020 йылдың 1 февраленән 15 июлгә тиклем 14 йәше тулып, Рәсәй гражданы паспортын алып өлгөрмәгән үҫмерҙәр өсөн тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ, шулай уҡ коронавирус арҡаһында илебеҙҙән ситтә ҡалған Рәсәй гражданы шәхесен раҫлаған Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты төп документты тәшкил итә, ә Рәсәйгә ваҡытлыса килгән сит ил кешеләре 15 июнгә тиклем беҙҙең илдә ҡала ала.
#ВладимирПутин