газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2020, 16:40

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (20-26 апрель)

Йондоҙнамә (20-26 апрель)
Ылаҡ (21.03 – 20.04)
Карьера баҫҡысы буйлап үрмәләү өсөн иң ҡулай ваҡыт етте. Һеҙҙең быға лайыҡлы икәнегеҙҙе етәкселек баһалар. Йорт бурыстарын ваҡытында үтәп ҡуйырға тырышығыҙ. Күңелегеҙгә ятҡан шөғөл табырһығыҙ. Физик күнекмәләргә тотоноу һөҙөмтәле булыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Эштә хеҙмәттәштәрегеҙ менән конфликтлы хәлдәрҙе көйләргә тура килер. Ә шәхси тормошоғоҙ оптимистик йүнәлештә барыр, шатлыҡлы ваҡиғалар күп булыр. Балаларығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ. Яңы таныштарығыҙ менән дуҫлығығыҙ ныҡлы булыр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был аҙнала ҡалдырылып килгән эштәрегеҙҙе атҡарырға, етди ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк булыр. Икенсе яртығыҙҙы етешһеҙлектәре өсөн тәнҡитләмәгеҙ. Аҙна аҙағына тыныслыҡта ял итеү форсатын табығыҙ. Сәләмәтлек өсөн профилактика саралырын күрегеҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ҡыҫалалар өсөн осор тыныс булыр, тип вәғәҙәләй йондоҙҙар. Дүшәмбегә, шишәмбегә мөһим эштәр планлаштырмағыҙ. Буш ваҡытты күберәк яҡындар янында үткәреү ни тиклем мөһим икәнен аңларһығыҙ. Әлегә аҡсаны экономиялау хәйерлерәк, килем көтөлмәй.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Һеҙгә ял итеү өсөн иң уңайлы мәл. Мөмкин булһа, отпуск юллағыҙ. Ошо осорҙа һаулыҡты нығытыу процедуралары үтегеҙ. Балаларығыҙ, ата-әсәләрегеҙ менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдырығыҙ, бының өсөн берҙәм ял иң яҡшыһы. Ялған хәбәр йөрөтмәгеҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала тик яҡшы итеп уйланылған эштәргә генә тотоноу кәңәш ителә. Ниндәйҙер авантюраларҙа ҡатышыу проблемаларға алып килер. Күп итеп аҡса тотонорлоҡ магазиндарҙан ары тороғоҙ. Ял көндәрен өйөгөҙгә, ғаиләгеҙгә бағышлағыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Үлсәүҙәр тәү ҡарашҡа бик ҡатмарлы булған эште лә йырып сығыр. Коллективта абруйығыҙ артыр. Кешеләрҙе, бигерәк тә яҡындарығыҙҙы иғтибар менән тыңларға өйрәнегеҙ. Физик ҡына түгел, психик хәлегеҙҙе лә хәстәрләргә тура килер. Саф һауала күберәк йөрөгөҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Эштә рухи яҡтан яҡын булған кешеләр менән бергәрәк булырға тырышығыҙ. Ауыр саҡта улар һеҙҙе ташламаҫ. Тормошоғоҙға үҙгәрештәр индерергә ҡурҡмағыҙ. Һөйгәнегеҙ һеҙҙең иғтибарға мохтаж булыр. Дөрөҫ туҡлана башлаһағыҙ, үҙегеҙҙе яҡшы тойорһоғоҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Хис-тойғоларға бирелеп эш итеү арҡаһында дөрөҫ булмаған ҡарарҙар ҡабул итерһегеҙ. Ығы-зығы килеп сығыуына әҙер булығыҙ. Финанс өлкәһендә эштәр көйлө барыр. Яңы кешеләр менән танышырһығыҙ. Буш ваҡытығыҙҙың яңғыҙлыҡта үтеүе хәйерле.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың тормошон яҡшыртыу менән шөғөлләнерһегеҙ. Ғаилә ағзаларының теләктәрен еңел генә тормошҡа ашыра алырһығыҙ. Аҡсаны һаҡсыл тотоноғоҙ, документтар менән ипле эш итегеҙ. Ял көндәрен ҡыҙыҡлы итеп үткәрерһегеҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һыуғоярҙарға был арала башҡарған эштәренә ҡарата үтә лә иғтибарлы булырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта тау аҡтарырҙай көс-ғәйрәт тойорһоғоҙ. Бейеүгә, башҡа төрлө күнекмәләргә тотонорға мөмкин. Аҙна аҙағына кәйеф-сафа ҡороп, күңелегеҙҙе күтәрә алырһығыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Йондоҙҙар аҙна ҡатмарлы булып тип иҫкәртә. Бик күп эш йөкмәтерҙәр,уларҙың осона сығыр өсөн күп көс һалырһығыҙ. Һөйгәнегеҙ кәйефегеҙҙе төшөрөр. Яңы дуҫтарығыҙ тишек шоманға ултыртыр. Бер йыуаныс – әҙ булһа ла килемегеҙҙең артыуын һиҙерһегеҙ.
Гөлнара Асҡарова.
Читайте нас: