* Күҙегеҙгә сүп керһә, бер үк ышҡымағыҙ. Өҫкө күҙ ҡабағын аҫҡыһына табан тартығыҙ. Шулай эшләгәндә күҙҙән йәш сыға һәм ул сүпте йыуып сығара.
* Теш һыҙлағанда ауыҙығыҙҙы ҡыҙыл сөгөлдөр һуты менән сайҡағыҙ. Һутты ауыҙҙа мөмкин тиклем оҙағыраҡ тоторға тырышығыҙ.
* Ҡайһы саҡта, әллә арығанлыҡтан, әллә башҡа сәбәптәр арҡаһында күҙҙәр ҡыҙара. Уны бөтөрөү өсөн йомолған күҙҙәргә һалҡын ҡыяр телемдәре йәки ҡаты сәйҙә, үлән төнәтмәләрендә сылатылған мамыҡ ҡуйығыҙ. Төнәтмә 1 аш ҡалағы киптерелгән үләнгә 1 стакан ҡайнар һыу нисбәтенән эшләнелә.
* Ирен тиреһе ҡороп ярылһа, көнөнә бер-нисә тапҡыр ҡыяр һуты һөртөгөҙ. Йоҡлар алдынан бал һөртөргә лә мөмкин. 1 сәй ҡалағы эремсеккә шул уҡ күләмдәге кишер һуты ҡушып болғатып, 20 минутка иренгә һөртөү ҙә һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ.
Ҡулланыр алдынан, табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.