Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 10:30

Яңы льготалы ипотека тәҡдим ителә

Рәсәй Президенты Владимир Путин комфорт-класлы торлаҡ алыуға 6,5 процентлы ставка менән махсус льготалы ипотека программаһын башлап ебәрергә тәҡдим итте.

Рәсәй Президенты Владимир Путин комфорт-класлы торлаҡ алыуға 6,5 процентлы ставка менән махсус льготалы ипотека программаһын башлап ебәрергә тәҡдим итте.
РФ башлығы әйтеүенсә, ил халҡына дәүләт ярҙамы менән торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр бирергә кәрәк.
- Был программа сиктәрендә төбәктәрҙә өс миллион һумға һәм Мәскәү, Санкт-Петербургта һигеҙ миллион һумға тиклем хаҡҡа комфорт-класлы яңы торлаҡ һатып алыуға ипотека юлларға мөмкин буласаҡ, - тине ул.
Президент был проектты тормошҡа ашырыу өсөн 6,5 миллиард һум талап ителәсәген дә хәбәр итте.
Бындай льготалы ипотеканы 2020 йылдың 1 ноябренә тиклем алып буласаҡ, ставкалар ипотеканы түләп бөткәнсе һаҡланасаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт башлығы.
#Владимир Путин
Читайте нас: