Шул уҡ ерҙә “ВАЗ-2106” автомобиле ауған була, ә бына водителе күренмәй. Аҙаҡ уны табалар: 18 йәшлек егеттең водитель танытмаһы булмай сыға. “КП-Уфа” баҫмаһы асыҡлауынса, ул төндө 14 йәшлек Ангелинаға (исеме үҙгәртеп алынды) әсәһе дуҫтары менән тышҡа сығырға рөхсәт итмәй. Тик бала уны тыңламай сығып ҡаса.
- Эйе, был көндө ул дуҫтары менән булған. Әсәһе сыҡмаҫҡа ҡушһа ла, ул тыңламай. Бында үҫмерлек һауаланыуы, өлкән һәм үҙаллы булыу теләге ғәйепле, - тип һөйләй был турала ғаиләнең таныштары. - Әле әсәһенә бик ауыр. Уның тағы бер улы бар, малай беренсе класта уҡый.
Билдәле булыуынса, йәштәр Илмырҙа ауылына китеп барған, унда Ангелинаның туғандары йәшәгән. Автомобилдә тағы ике кеше булған, улар ҙа етди йәрәхәттәр алған. ЮХХДИ әлеге осраҡ буйынса тикшереү үткәрә.