газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 00:19

Контроль көсәйтелә

Республикала 20 апрелдән үҙизоляция режимы көсәйтелә.

Республикала 20 апрелдән үҙизоляция режимы көсәйтелә. Өфөлә йәмәғәт транспортында, шул иҫәптән таксиҙа битлек һәм бирсәткә кейеп кенә йөрөргә мөмкин. Пассажирҙарҙы ташыусылар үҙҙәре контролдә тоторға тейеш. Транспортты туҡтатып, тикшерәләр. Бынан алда Өфө буйлап йөрөү өсөн бирелгән белешмәләр ғәмәлдән сығарыла. Яңы пропусктарҙы эшләргә рөхсәт ителгән предприятиеларҙың хеҙмәткәрҙәренә генә бирәләр. Бындай предприятиеларҙың исемлеген хөкүмәт раҫлай. Мәскәүҙән республикаға ҡайтып килгән бөтә автобустарҙы туҡтатып, пассажирҙарҙа COVID-19 билдәләре бармы-юҡмы икәнен тикшерәләр. Ҡайтҡас, барлыҡ пассажирҙар 14 көн бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа тейеш. Машина менән аҙнаһына ике тапҡыр ғына йөрөргә мөмкин. doroga02.ru сайтында аҙнаһына ике тапҡырҙан күберәк йөрөүҙе теркәп булмай. Водителдәрҙе лә етди сәбәпһеҙ ҡалаларҙан сыҡмауҙы һорайҙар..Балалары урамда йөрөгән ата-әсәләргә штраф һала башлайҙар. Балаларға көндөҙгө сәғәт 1 -ҙән 6 -ға тиклем магазинға, дарыуханаға йәки эт менән йөрөргә генә сығырға ярай. Башҡортостанда бөтә социаль учреждениеларҙы: интернаттарҙы, ҡарттар йорттарын, балалар йорттарын һәм башҡаларҙы карантинға ябалар.
Читайте нас: