Салауатта бер йәшлек сабыйҙың 7-се ҡаттан ҡолап төшөп үлеүе теркәлде. Баланың ата-әсәһе өйҙә булған, ләкин ҡайһылыр мәлдә ул бүлмәлә ҡарауһыҙ ҡалған, тәҙрәгә янына барған һәм 7-се ҡаттан ҡолап төшкән. Урынға ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре килеп еткән, ләкин сабыйҙы ҡотҡарып өлгөрмәгәндәр, ул дауаханала йән биргән.
Тәфтиш комитетында билдәләүҙәренсә, ғаилә һәйбәт баһалана.