Башҡортостанда иҫерек әсәй 2 йәшлек балаһын ҡар өҫтөндә «онотоп ҡалдырған». Тәфтишселәр февралдә Мәләүез районында булған осраҡты тикшереүҙе тамамланы. 26 йәшлек әсә 2 йәшлек балаһын йортоноң ихатаһында «онотоп ҡалдырған». Ул ваҡытта тышта 25 градус һыуыҡ булған. Баланы күршеләре табып алған.
Сабый ныҡ өшөгән, баш мейеһе шешкән, шул сәбәпле комаға киткән һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Хәҙер баланың һаулығына бер ниндәй ҙә хәүеф янамай. Әсәнең хоҡуҡтарын сикләгәндәр, ә баланы өләсәһе опекаға алған. Енәйәт эше судҡа тапшырылған.