газета "Салауат"
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 00:41

20 йылға төрмәгә...

Башҡортостанда йорт шарттарында наркотиктар етештереүҙә ғәйепләнгән 31 йәшлек Киров өлкәһе кешеһен һәм республикала йәшәгән 28 йәшлек ҡатынды ҡулға алдылар.

Башҡортостанда йорт шарттарында наркотиктар етештереүҙә ғәйепләнгән 31 йәшлек Киров өлкәһе кешеһен һәм республикала йәшәгән 28 йәшлек ҡатынды ҡулға алдылар.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Волга буйы федераль округындағы транспорт идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ир менән ҡатын шәхси йортта синтетик наркотиктар етештереү буйынса лаборатория ойоштора. Наркотиктарҙы Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе биләмәләрендә йәшерен һаталар. Торлаҡ йортта транспорт полицияһы тыйылған матдәләр һәм наркотик етештереү өсөн махсус ҡорамалдар таба. 400 грамм тартып алынған матдә, эксперттар асыҡлауынса, наркотиктың бер төрө булып сыға.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған, ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған, уларҙы 20 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы фотоһы.
Автор: Римма Султанова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/20-yil-a-t-rm-g-217050/
Читайте нас