газета "Салауат"
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 10:00

Яңы мөмкинлектәр бирә

Башҡортостанда «Экология» милли проекты сиктәрендә кәмендә 18 яңы айырыуса һаҡланыусы биләмә булдырыу ҡаралған.

Башҡортостанда «Экология» милли проекты сиктәрендә кәмендә 18 яңы айырыуса һаҡланыусы биләмә булдырыу ҡаралған. Проект сиктәрендә республика әһәмиәтендәге 16 айырыуса һаҡланыусы биләмә, атап әйткәндә, «Еҙем» тәбиғәт паркы һәм 15 тәбиғәт һәйкәле булдырылған да инде. Унда хәҙерге ваҡытта инфраструктура объекттарын булдырыу буйынса саралар үткәрелә.

Быларҙың барыһы ла республикала туризмды үҫтерергә яңы мөмкинлектәр бирәсәк.

- 2024 йылға тиклем беҙ тағын дүрт айырыуса һаҡланыусы биләмә булдырасаҡбыҙ. Бөгөн был йүнәлештә республиканың Иглин һәм Салауат райондарында фәнни-тикшеренеү эштәре алып барыла. Айырыуса һаҡланыусы биләмәләрҙә туризмды үҫтереү буйынса эш дауам итәсәк, - тип билдәләй Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров.
Читайте нас: