РФ Президенты Владимир Путин төбәк бюджеттарының тотороҡлолоғон тәьмин итеү өсөн 200 миллиард һум йүнәлтергә тәҡдим итте. Шулай уҡ коронависрустың таралыуынан зыян күргән бизнес предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү өсөн дәүләттән аҡса аласағын да белдерҙе.
- Мин төбәктәргә өҫтәмә финанс ярҙам кәрәклеге тураһында әйткәйнем инде. Уларҙың килемдәре әлеге ваҡытта төрлө сәбәптәр арҡаһында кәмене, ә бит төбәктәргә бик ҙур көс төшә. Һәм федерация субъектының бының өсөн тейешле ресурстары булырға тейеш, шуның өсөн төбәк бюджеттарының тотороҡлолоғон тәьмин итеү өсөн өҫтәмә рәүештә 200 миллиард һум йүнәлтергә тәҡдим итәм, - тип белдерҙе президент хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә.
Владимир Путин коронавирустың таралыуынан зыян күргән кесе һәм урта бизнес предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү өсөн дәүләттән ярҙам аласаҡ тип тә белдерҙе.
- Бизнес өсөн бындай ярҙамды юллау ябай һәм уңайлы булырға тейеш, ғаризаны сиратһыҙ, дистанцион тапшырыу мөмкинлеге булһын. Шуның өсөн хөкүмәткә бындай ғаризаны 1 майҙан алып бер ай эсендә тапшырыу мөмкинлеген булдырыуҙы үтенәм, - тине дәүләт башлығы.
Компанияларға финанс ярҙамы һәр хеҙмәткәргә минималь эш хаҡы күләменән (12 130) сығып 18 майҙа күсереләсәк.
#ВладимирПутин