Әлегә тиклем 380 ошондай ҡулайлама эшләй башлағайны. Камералар Әлшәй (8), Асҡын (11), Ауырғазы (8), Балтас (2), Бәләбәй (1), Балаҡатай (2), Белорет (1), Бишбүләк (1), Бөрө (7), Благовар (3), Бөрйән (4), Дәүләкән (3), Дыуан (5), Дүртөйлө (1), Йәрмәкәй (6), Иглин (1), Ҡырмыҫҡалы (12), Ҡыйғы (2), Краснокама (1), Мәләүез (2), Мәсетле (7), Мишкә (2), Салауат (2), Стәрлебаш (5), Тәтешле (10) райондарының, һәм Сибай (6) ҡалаларының автомобиль юлдарында тиҙлек тәртибен боҙоуҙы теркәй. Беҙҙең ҡалала улар һаны - икәү. Уларҙың ҡайҙа ҡуйылыуы менән Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты сайтында танышырға мөмкин.
Дәүләт килешеүенә ярашлы, “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәте 62 муниципаль берәмектәге авария хәүефе ҙур участкаларға 609 камера ҡуясаҡ. Әле шуларҙың 495-е эшләй башланы. 114 комплексты 10 майға тиклем ҡуйыу күҙаллана.