Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 11:30

Көрсөккә ҡаршы сәйәсәт өсөн ресурстарҙы һөҙөмтәле ҡулланыу мөһим

Рәсәйҙең коронавирус менән бәйле хәлдә көрсөккә ҡаршы актив сәйәсәт өсөн ресурстар һәм резервтары етерлек, уларҙы максималь рәүештә һөҙөмтәле ҡулланырға кәрәк, тип белдерҙе РФ Президенты Владимир Путин иҡтисади һорауҙар буйынса кәңәшмә барышында.

- Мин был турала әйткәнем булды, һеҙ үҙегеҙ ҙә был хаҡта беләһегеҙ - беҙҙең көрсөккә ҡаршы актив сәйәсәт өсөн ресурстар, интсрументтар, резервтар бар. Уларҙы иҡтисад, тимәк граждандар өсөн максималь рәүештә һөҙөмтәле итеп ҡулланырға кәрәк, - тине ул.
Дәүләт башлығы Рәсәйҙәге иҡтисади хәл өсөн яңы, өҫтәмә, адекват аҙымдар талап ителеүен дә билдәләп үтте.
- Иҡтисадҡа, бизнесҡа, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса бер нисә төрлө ҡарарҙар ҡабул ителеп, тормошҡа ашырыла. Әммә әлеге хәл яңы, өҫтәмә, адекват аҙымдарға барыуҙы талап итә, - тине Путин.
#ВладимирПутин
Читайте нас: