Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2020, 11:17

Уҡыусыларға - аҙыҡ-түлек

Салауатта дистанцион уҡыу осоронда балалар өсөн аҙыҡ-түлек таратыу ойошторола. Был йыйылма һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, инвалид, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән социаль яҡтан хәүефле хәлдә булған ғаиләләрҙәге балалар өсөн тәғәйенләнгән.

Бер аҙналыҡ аҙыҡ-түлек йыйылмаһының хаҡы 350-500 һум. Унда оҙаҡ һаҡлана торған ризыҡтар инә: ярмалар, макарон изделиелары, үҫемлек майы, печенье, һут һ.б. Һәр продукцияның сифат сертификаты бар. Аҙыҡ-түлек пакеты уҡыусыларға блюдолар әҙерләү өсөн тәҡдим ителгән продукттарҙан тора. Льготалы категорияларға ҡараған балаларға был йыйылмалар аҙнаһына бер тапҡыр биш уҡыу көнөн иҫәпкә алып бирелә. Шул уҡ ваҡытта пакеттағы аҙыҡ-түлектәр төрлөләнеп торасаҡ.
Беҙҙең ҡалала барлығы был аҙыҡ-түлек йыйылмаһы 1800 балаға бирелә.
Читайте нас: