Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2020, 11:43

Организмығыҙ ни тиклем таҙа?

Тәбиғәт бик бысранған, экологик хәл бик ҡурҡыныс булған заманда йәшәйбеҙ. Һулар һауабыҙ ҙа, эскә һыуҙарыбыҙ ҙа таҙаларҙан түгел. Ашаған ризыҡтарыбыҙға әллә нимәләр ҡушыла. Әлеге ваҡытта йәшәүсе һәр кемдең организмы аҙмы-күпме дәрәжәлә бысрана, шлактар йыя торғандыр. Түбәндәге тест һеҙгә организмығыҙҙың таҙалыҡ дәрәжәһен тикшереп ҡарарға ярҙам итер.

“Эйе” яуабына – 10, “ҡайһы ваҡыт” яуабына – 5 һәм “юҡ” булһа, 0 балл ҡуйығыҙ.
1. Тәнегеҙҙә ҡыҙарған урындар, бетсәләр, төрлө таптар йыш күренәме?
2. Физик эш эшләү ғәҙәттәгенән ауырыраҡ тойолмаймы?
3. Баш әйләнеүҙән интекмәйһегеҙме?
4. Бик йыш ҡыҙып китәһегеҙме?
5. Бер сәбәпһеҙ арығанлыҡ, хәлһеҙлек тояһығыҙмы?
6. Башығыҙ йыш ауыртамы?
7. Эсегеҙҙең ашҡаҙан тирәһе йәки башҡа ере ауыртамы?
8. Эсегеҙ ҡатып йәки китеп интектермәйме?
9. Күҙегеҙҙең күреү һәләте насарландымы?
10. Иғтибар туплау, берәр мәсьәләне хәл итеү ауырмы?
11. Эшләү ауырмы?
12. Йоҡоһоҙлоҡтан интегәһегеҙме?
13. Хәтерегеҙ насарландымы?
14. Әйләнә-тирәләгеләргә бер сәбәпһеҙ асыуығыҙ киләме?
Һөҙөмтә
0-30 балл. Организмығыҙ сағыштырмаса таҙа. Тимәк, тормош рәүешегеҙ, туҡланыуығыҙ дөрөҫ. Шулай дауам итегеҙ.
30-50 балл. Организм шлактар туплай башлаған. Әгәр ҙә уны таҙартыу өсөн бер ни ҙә эшләмәйһегеҙ икән, күпмелер ваҡыттан һуң хәлдәрегеҙҙең насар яҡҡа үҙгәреү ҡурҡынысы бар.
60-80 балл. Ашығыс рәүештә үҙ-үҙегеҙҙе ҡарай башларға, организмығыҙҙы таҙартырға кәрәк. Юғиһә, хроник ауырыусыларға дусар булыуығыҙ мөмкин.
Читайте нас: