Митрополит Никон диндарҙарға ҡорамдарға, сиркәүҙәргә, шул иҫәптән Пасхаға ла, килмәүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
“Хөрмәтле туғандар, православие вәкилдәре! Бөтә донъяға коронавирус сире таралды. Алда – Христос Пасхаһы, Радоница. Әммә ҡайһы саҡта тормош үҙ талаптарын ҡуя. Белеүебеҙсә, был ауырыу һауа аша ғына түгел, бәйләнеш аша ла күсә. Табиптар ниндәй генә тырышлыҡ һалмаһын, кешеләр араһында туранан-тура аралашыу туҡтамай тороп, сирҙең бөтөүе икеле. Шуға күрә, был һүҙҙәрҙе әйтеү нисек кенә ауыр булмаһын, ҡорамдарға, сиркәүҙәргә килмәүегеҙҙе үтенәм, шул иҫәптән Пасха осоронда ла, Радоницала ла. Беҙ, руханиҙар, бөтә ҡанундар буйынса һеҙҙең өсөн дә ғибәҙәт ҡылырбыҙ. Был сараларҙың барыһы ла онлайн тәртибендә тапшырыласаҡ. Һүҙҙәремде ыңғай ҡабул итеүҙе үтенәм. Республика Башлығы Радий Фәрит улының ошо туралағы Указы һәр кешенең ғүмерен һаҡлауға йүнәлтелә. Төбәк етәксеһенең беҙҙең өсөн борсолоуын аңлаһағыҙ ине. Мөмкин тиклем урамға сыҡмағыҙ, өйҙә ҡалығыҙ”, – тине ул.