газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2020, 18:30

Милли кейем көнө лә онлайн

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыл һайын апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында республикала Милли кейем көнө уҙғарыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйғайны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыл һайын апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында республикала Милли кейем көнө уҙғарыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйғайны.
Ләкин донъяға таралған коронавирус инфекцияһына бәйле, алдан планлаштырылған сараларҙы онлайн тәртиптә үткәрергә тура киләсәк. Теләгәндәр 16 апрелдән алып дүрт көн буйы Башҡортостан халыҡтарының милли костюмдары менән танышасаҡ. Милли кейемдәр тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе байҡарға, уларҙы йәш быуынға тейешле кимәлдә еткерергә ярҙам итәсәк, киләһе 2021 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек тә буласаҡ. Был көндәрҙә тарихи-мәҙәни үҙенсәлектәребеҙ менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы оҫталыҡ дәрестәре, видеолекциялар, исем туйҙары көтә.
“Республикала йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәренә бәйле 26 төрлө сара көтөлә. Уларҙың барыһының да үткәрелеү планы Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Youtube-каналында урынлаштырыласаҡ”, - ти сараны ойошторусылар.
Ҡатнашыусылар шулай уҡ француз яулығының ни өсөн башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында модаға инеп китеүенә яуап табасаҡ, немец халыҡ костюмын биҙәү серҙәренә төшөнәсәк, теләгәндәргә төрлө милләт бейеүҙәрен өйрәнеү мөмкинлеге асыласаҡ.
17 апрелдә «Милли кейемдә фото” флешмобы старт ала. Теләге булған һәр кем унда ҡатнашып, фотоһын “Бәйләнештә” социаль селтәрендә, Instagramда #КурултайНациональныйкостюм#ҡоролтаймилликейем хэштегтары менән урынлаштыра ала.
Ә сентябрҙең икенсе йомаһында үтәсәк сарала һәр беребеҙ милли кейем кейеп, биҙәүестәребеҙҙе тағып урамдарҙан уҙырға яҙһын.
Читайте нас: