газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2020, 11:28

Ауыр хәлдән дә сығыу юлы бар

2020 йылда Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы социаль контракт буйынса адреслы ярҙам биреүҙең яңы ҡағиҙәләрен әҙерләй.

2020 йылда Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы социаль контракт буйынса адреслы ярҙам биреүҙең яңы ҡағиҙәләрен әҙерләй.
Был программа буйынса финанс ярҙамды беҙҙең ҡалала бизнес, шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнә башлаусылар, эш эҙләүселәр йәки яңы һөнәр үҙләштерергә теләүселәр ала ала. Программала ҡатнашып, эш эҙләү буйынса ярҙам күрһәтеү сиктәрендә эш эҙләп табыусылар 9 ай буйына дәүләттән йәшәү минимумы күләмендә аҡсалата ярҙам алыуға хоҡуҡлы. Мәҫәлән, әгәр һеҙ бөҙрәхана асырға теләһәгеҙ, дәүләт 100 мең һумлыҡ ҡорамалдар һатып алырға ярҙам итәсәк. Әгәр һыйыр, ҡош-ҡорт, ҡуяндар алһағыҙ, һеҙгә 50 мең һум бирелә. Ниндәй йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, бюджет иҫәбенә кәрәкле һөнәр алыу мөмкинлеге лә яҡшы. Бының өсөн 30 мең һум һәм уҡыуҙың өс айы буйына йәшәү минимумы күләмендә айлыҡ түләү бирелә. Бынан тыш, граждан тормош шарттарын хөртәйтеүсе ауырлыҡтарҙы үҙаллы хәл итә алмаған осраҡта, социаль контракт төҙөргә мөмкин. Был йүнәлеш буйынса сумма йәшәү минимумы кимәленә тиң һәм уны түләү оҙайлығы 3 айҙан 1 йылға тиклем тәшкил итә.
Аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам биреү тәртибе һәм шарттары тураһында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль яҡлау министрлығына ҡараған ведомстволарҙың белгестәре аңлатма бирә. Беҙҙең ҡалала Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Салауат филиалына (адресы: Салауат ҡалаһы, Колхоз урамы,7), Көньяҡ-көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Салауат ҡалаһы буйынса филиалына (адресы: Салауат ҡалаһы, Октябрь урамы, 10а), “Ғаилә” көньяҡ район-ара үҙәктең Салауат ҡалаһындағы хеҙмәте (адресы: Салауат ҡалаһы, Ленин урамы, 12) мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Читайте нас: