Рәсәй Президенты Владимир Путин видеобәйләнеш аша Юғары Евразия иҡтисади совет ағзаларының эшлекле осрашыуында ҡатнашасаҡ. Улар коронавирусҡа ҡаршы берҙәм көрәш аҙымдары һәм пандемия шарттарында иҡтисадҡа ярҙам хаҡында фекер алышасаҡ.
Бынан алдараҡ РФ-тың Сит илдәр эштәре министрлығы был совет лидерҙарының сираттан тыш һөйләшеүенең төп темаһы COVID-19 пандемияһы менән көрәш буласағы тураһында белдергәйне.
«Төп иғтибар коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы тороу һәм Евразия иҡтисади союз азалары булған дәүләттәрҙең иҡтисади тотороҡлолоғон һаҡлау өсөн берҙәм эш алып барыуға биреләсәк», - тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
Евразия иҡтисади союз - халыҡ-ара интеграцион иҡтисади берекмә, 2015 йылдың 1 ғинуарынан эшләп килә. Союздың ағзалары - Рәсәй, Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан. 2020 йылда союз органдарында Белоруссия рәйеслек итә.
Пандемия шарттарында 12 апрелдән был союзға ингән илдәрҙән ҡайһы бер аҙыҡ-түлектәр экспорты тыйылған.
#ВладимирПутин