газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 12:00

Рәсәй, АҠШ һәм Сәғүд Ғәрәбстаны етәкселәре нимә тураһында һөйләшеп килеште?

Рәсәй, АҠШ Президенттары Владимир Путин, Дональт Трамп һәм Сәғүд Ғәрәбстаны Короле Салман ибн Абдул-Азиз Аль Сауд өс яҡлы һөйләшеү уҙғарҙы. Был илдәр лидерҙары аралашыуының төп темаһы яңы ОПЕК+ килешеүе булды.

«Лидерҙар глобаль баҙарҙығы хәлде һәм донъя иҡтисадын тотороҡландырыу маҡсатында ОПЕК+ сиктәрендә ирекле рәүештә нефть сығарыуҙы кәметеү тураһында килешеүҙе хупланы», - тиелә Кремлдең сайтында.
Дәүләт башлыҡтары килешеүҙе хупланы һәм уның ҙур әһәмиәтен билдәләне. Бынан тыш, Путин, Трамп һәм Салман стратегик хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙең актуаль һорауҙары буйынса фекер алышты һәм бәйләнеште дауам итергә килеште.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй һәм АҠШ президенттары айырым ике яҡлы һөйләшеү уҙғарҙы һәм нефть баҙарындағы хәл буйынса фекерҙәре менән бүлеште.
#ВладимирПутин
Читайте нас: