Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта илдәге һәм республикалағы хәлгә байҡау яһалды.
Министр Максим Забелиндың әйтеүенсә, Башҡортостанда инфекцияны йоҡторғандар - 84, шуларҙың 62-һе дауаханаға һалынған, ҡалғаны өй шарттарында дауалана. Шик аҫтына алынғандар – 236 кеше, шул иҫәптән 11 бала, улар стационарҙа.
Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы Анна Казак республикала бөтәһе 18 404, ә тәүлек эсендә ике меңгә яҡын тест үткәрелеүен белдерҙе. "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы бүлек начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Венер Изекәйев республикала коронавирус менән бәйле хәлгә анализ яһаны. Октябрьский, Бәләбәй үҙәк дауаханаларында, Стәрлетамаҡтағы 1-се һәм Бөрө ҡала дауаханаларында, Нефтекамалағы психоневрология интернатында, Раевка поликлиникаһында изоляция саралары үткәрелә.